СОЛТАНОВ Вәсим (Мөхәмәтвәсим) Мөхәмәтхафиз улы [22.8.1887, Өфө губ. Бөрө өйәҙе Шабай а. (БР‑ҙың Борай р‑ны) — 1977 й. июне, Сәмәрҡәнд ҡ.], яҙыусы. Тыуған ауылындағы мәҙрәсәлә, “Ғосмания” (1903 й. алып), “Ғәлиә” (1906—09) мәҙрәсәләрендә, Ҡазан татар уҡытыусылар мәктәбендә (1911—14) уҡыған. 1909 й. алып Башҡортостанда һәм унан ситтә булған мәғариф системаһында эшләй. Шиғриәте мәғрифәтселек идеялары м‑н һуғарылған: “Канау буйында” (1909) шиғырҙар йыйынтығында шағир артта ҡалғанлыҡты, ғәмһеҙлекте һәм битарафлыҡты еңеп белем алырға өндәй. “Астарға байрам” (1911), “Аҡса тик ятмаһын” (1913) хикәйәләрендә капитализм осорондағы ябай кешеләрҙең тормошо сағылдырылған. “Татар-башҡорт әлифбаһы” (Г.Х.Алпаров м‑н берлектә), “Башҡорт вә татар көйҙәренә нота дәфтәре” (1915; Г.Исхаков м‑н берлектә) әсбаптары, “Онотолған һүҙҙәр” (1918) архаизмдар һүҙлеге авторы. Репрессиялана, 1938—46 йй. һәм 1949—55 йй. тотҡонлоҡта була. 1956 й. аҡлана. Тыуған ауылында урам С. исеме м‑н аталған.

Әҙәб.: Башҡорт әҙәбиәте. ХХ быуат башы. 2‑се кит. Проза. Драматургия. Өфө, 1984; Сафуанов С. Рухи күперләр. Уфа, 2006.

С.Ғ.Сафуанов

Тәрж. Р.Ә.Сиражитдинов

Яндекс.Метрика