СОКОЛОВ Леонид Алексеевич (8.7.1953, Өфө), яҙыусы. Яҙыусылар союзы ағзаһы (1994). БДУ‑ны тамамлағандан һуң (1975) “К коммунизму” (“Коммунизмға”, ҡара: “Уфимские нивы”) гәз. әҙәби хеҙм‑ре, 1976 й. алып төрлө реклама һәм коммерция ойошмаларында, 2002 й. – “Башинформ” мәғлүмәт агентлығында эшләй. “Кумир” (1986), “Бәхетле кеше” (“Счастливчик”; 2003), “Мең дә бер мәҙәк” (“Тысяча и один прикол”; 2008) һ.б. китаптарға юмористик хикәйәләре, миниатюралары, ике юллыҡ шиғырҙары һ.б. ингән. Советтар Союзы Геройы М.И.Абдуллинға арналған “Ғүмергә торошло көн” (1985; башҡ. телендә, 1984) китабы авторы. Әҫәрҙәре болгар, инглиз, немец телдәренә тәржемә ителгән.

Тәрж. Р.Ә.Сиражитдинов

Яндекс.Метрика