СНЕГОВА Ирина Анатольевна (12.4.1922, Курск ҡ. — 14.7.1975, Мәскәү), шағирә, тәржемәсе. “Август” (1963), “Өс ямғыр” (“Три дождя”; 1971), “Алмалы йыл” (“Яблочный год”; 1975) шиғри йыйынтыҡтары, балалар өсөн яҙылған “Сәғәт һуға” (“Бьют часы”; 1962) шиғырҙар китабы, “Нисек кенә булмаһын...” (“Как бы там ни было...”; 1978) проза йыйынтығы һ.б. авторы. Ижады яҡты лиризм һәм хис‑тойғолар, донъяның тулылығын һиҙгер тойоу м‑н айырылып тора. М.Ғәли, М.Кәрим, Н.Нәжми әҫәрҙәрен; әрмән һәм грузин шағирҙары әҫәрҙәрен урыҫ теленә тәржемә иткән.

И.С.Сырлыбаева

Тәрж. Р.Ә.Сиражитдинов

Яндекс.Метрика