СИРАЖИ (Сиражетдинов) Муса Шәрәфетдин улы [1.2.1939, БАССР‑ҙың Ҡандра р‑ны Төпкилде а. (БР‑ҙың Туймазы р‑ны)], шағир. РФ‑тың (2002) һәм БАССР‑ҙың (1989) атҡ. мәҙәниәт хеҙм‑ре. Журналистар союзы (1961) һәм Яҙыусылар союзы (1971) ағзаһы. БДУ‑ны тамамлаған (1963). 1962 й. алып “Кызыл таң” гәз. эшләй, 1968 й. — Башҡ‑н китап нәшриәтендә мөхәррир, 1971 й. башлап БДУ‑ла уҡыта, 1974—79 йй. телевидение мөхәррире. “Осрашыу” исемле тәүге шиғырҙар йыйынтығы 1966 й. сыға. Шиғриәтенә публицистика, гражданлыҡ хас. “Шаңдау” (1973), “Бейеклектәр әйҙәй” (1980), “Һалдат мөхәббәте” (1997) һ.б. шиғри йыйынтыҡтарының нигеҙендә – тормош т‑да фәлс. уйланыуҙар, лирика һәм нескә юмор. Балалар өсөн “Кем көслөрәк?” (1977), “Мин ҙур инде” (1986), “Аҡбай ниңә өрмәй?” (1993) китаптары авторы. Әҫәрҙәре ҡаҙаҡ, немец, сыуаш, украин, урыҫ, үзбәк һ.б. телдәргә тәржемә ителгән. М.Ю.Лермонтов, С.В.Михалков, А.С.Пушкин, Р.Тагор, А.Т.Твардовский әҫәрҙәрен башҡ. теленә тәржемә иткән. Шиғырҙарына комп. Ә.С.Дауытов, Р.Х.Сәхәүетдинова, Р.М.Хәсәнов һ.б. тарафынан популяр йырҙар ижад ителгән. Ф.Кәрим ис. пр. лауреаты (2003).

Әҫәрҙ.: Йырым һинең хаҡта. Өфө, 1970; Ер яҙмышы: шиғырҙар, йырҙар, поэма. Өфө, 1984; Беҙ — улдары Башҡортостандың: шиғырҙар, йырҙар, поэмалар, юмор һәм сатира. Өфө, 2009.

И.Л.Кинйәбулатов

Тәрж. Р.Ә.Сиражитдинов

Яндекс.Метрика