АСҠЫН УРТА МӘКТӘБЕ №2, Асҡын р‑ны. 1878 й. 2 класлы ҡала училищеһы булараҡ нигеҙ һалына, 1914 й. алып 4 класлы юғары башланғыс мәктәп, 1918 й. — 2‑се баҫҡыс мәктәп, 1930 й. — колхоз йәштәре мәктәбе, 1936 й. — тулы булмаған урта мәктәп, 1986 й. башлап хәҙ. статусын һәм исемен йөрөтә. Ағас эше һәм токарлыҡ оҫтаханалары бар. 1961 й. алып мәктәпте 2,5 меңдән ашыу кеше тамамлаған (2011), улар араһында В.А.Игошев, Ф.А.Кащеев, А.М.Ханов.

Ф.В.Карамов

Тәрж. Г.Һ.Ризуанова

Текст на русском языке