СИРАЖЕТДИНОВ Айвен Сәхи улы (25.1.1942, БАССР‑ҙың Учалы р‑ны Байрамғол ит‑һөт с‑зының Үҙәк усадьбаһы ҡсб, хәҙ. БР‑ҙың ш. уҡ р‑ны Уральск а.), яҙыусы. Яҙыусылар союзы ағзаһы (1991). Ырымбур юғары хәрби авиация лётчиктар уч‑щеһын тамамлағандан һуң (1965) Алыҫ Көнсығышта (Тымыҡ океан флоты) диңгеҙ авиацияһында хеҙмәт итә. 1984 й. алып Силәбе ҡ. йәшәй. Хәрби‑патриотик тематикаға арналған “Туранан‑тура осоу” (1984), “Йондоҙло маршрут” (1987), “Штурмандар һауала тыуа” (1988) хикәйәләр һәм повестар йыйынтығы; “Хәйәм күге” (2007) автобиографик повесы һ.б. авторы. “Аҡбуҙат” хикәйәһе Башҡортостанға арналған.

Тәрж. Р.Ә.Сиражитдинов

Яндекс.Метрика