СИМОНОВ Константин (Кирилл) Михайлович (15.11.1915, Петроград —28.8.1979, Мәскәү), яҙыусы. Соц. Хеҙмәт Геройы (1974). “Һинең менән һәм һинһеҙ” (“С тобой и без тебя”; 1942), “Дуҫтар һәм дошмандар” (“Друзья и враги”; 1948) мөхәббәт һәм гражданлыҡ лирикаһы йыйынтыҡтары; “Тереләр һәм үлеләр” (“Живые и мёртвые”; 1959—71) трилогияһы, “Ҡоралдаштар” (“Товарищи по оружию”; 1952), “Полынин менән булған хәл” (“Случай с Полыниным”; 1969) романдары, “Лопатин яҙмаларынан” (“Из записок Лопатина”; 1978) һ.б. повестар циклы авторы. Сталинград һуғышы ваҡытында 214‑се уксылар дивизияһында һәм 112‑се башҡ. дивизияһында була һәм шуға арнап “Башҡорт дивизияһында” (1942) очеркын яҙа. 1955 й. С. Башҡортостанға килә, Өфөлә башҡ. яҙыусылары м‑н осраша. Әҫәрҙәре Р.Й.Ғарипов, Х.Ғиләжев, Ғ.Ғүмәр, М.Кәрим һ.б. тарафынан башҡ. теленә тәржемә ителә. “Урыҫ кешеләре” (“Русские люди”) пьесаһы 1942 й. Башҡорт драма театрында, 1970 й. – Урыҫ драма театрында, “Прага каштандары аҫтында” (“Под каштанами Праги”) пьесаһы 1946 й. БАДТ‑ла ҡуйыла. Ленин (1974) һәм Сталин (1942, 1943, 1946, 1947, 1949, 1950) пр. лауреаты.

Әҫәрҙ.: Ғорур кеше. Өфө, 1945; Артиллерист улы. Өфө, 1952.

Әҙәб.: Константин Симонов Өфөлә //Әҙәби Башҡортостан. 1955. №3; Узиков Ю.А. Депутат Башкирии //Это с нами навсегда. Уфа, 1983.

Р.Б.Әхмәҙиев

Тәрж. Р.Ә.Сиражитдинов

Яндекс.Метрика