СЕЛИТРИНА Тамара Львовна (25.2. 1942, Минеральные Воды ҡ.), әҙәбиәт белгесе. Филол. ф. д‑ры (1990), проф. (1991). БДУ‑ны тамамлағандан һуң (1964) шунда уҡ эшләй. 1995 й. алып БДПУ‑ла уҡыта (2011 й. тиклем сит ил әҙәбиәте һәм илдәрҙе өйрәнеү каф. мөдире). Фәнни эшмәкәрлеге әҙәби процесты, Көнсығыш Европа һәм АҠШ әҙәбиәте художество формаларының типологияһын һәм компаративистикаһын, Англия һәм Германия илдәрен өйрәнеүгә арналған. 250‑нән ашыу фәнни хеҙмәт авторы.

Х е ҙ м.: Г.Джеймс и проблемы английского романа 1880—1890 гг. Свердловск, 1989; Преемственность литературного развития и взаимодействие литератур. М., 2009; Русская и зарубежная литература: сравнительно-исторический подход. Уфа, 2014.

Р.Х.Яҡупова

Тәрж. Р.Ә.Сиражитдинов

Яндекс.Метрика