СӘМИҒУЛЛИН Рәдис Ниғәмәтйән улы (16.4.1939, БАССР‑ҙың Борай р‑ны Оло Баҙраҡ а.), ветеринар врач. Ветеринария ф. д‑ры (1991), проф. (2000). БР‑ҙың атҡ. а.х. хеҙм‑ре (2008), РСФСР‑ҙың а.х. соц. ярышы отличнигы (1976, 1978). БАХИ‑ны тамамлағандан һуң (1967) “Новогорский” с‑зының (Удмурт АССР‑ы) баш ветеринар врачы. 1970—84 йй. һәм 1993 й. алып Башҡ‑н ғилми‑производство ветеринария лаб. эшләй: 1978—84 йй. паразитология бүлеге мөдире, 1993 й. башлап паразитология, бал ҡорто һәм балыҡ ауырыуҙары бүлеге мөдире; бер үк ваҡытта 1994 й. алып Башҡ‑н агросәнәғәт комплексы кадрҙарын яңынан әҙерләү һәм уларҙың квалификацияһын күтәреү ин‑тында. 1984—93 йй. БНИПТИЖиК‑та: өлкән ғилми хеҙм‑р, 1989 й. башлап һарыҡс‑ҡ һәм ветеринария секторы етәксеһе, 1991 й. — баш ғилми хеҙм‑р. Фәнни эшмәкәрлеге һарыҡсылыҡ һәм ветеринар гельминтология өлкәһендәге тикшеренеүҙәр м‑н бәйле. С. ҡатнашлығында һарыҡтарҙы ҡарау һәм бәрәстәрҙе үҫтереү технологияһы эшләнә һәм БР‑ҙың а.х. индерелә, малдарҙың һәм ҡоштарҙың аскаридатоздары осрағында пиперазин гексагидратын ҡулланыуҙың схемаһы камиллаштырыла. 130‑ҙан ашыу фәнни хеҙмәт авторы.

Хеҙм.: Содержание овец. Уфа, 1999 (авторҙ.).

Тәрж. Г.А.Миһранова

Яндекс.Метрика