САЛЬМОНЕЛЛЁЗ, кеше һәм хайуандарҙың инфекцион ауырыуы. Salmonella затына, Enterobacteriaceae ғаиләһенә ҡараған бактериялар тыуҙыра.

Кеше С. Башлыса инфицирланған хайуан һәм ҡош продукттарын ашағандан һуң башлана. С. бактериялары ашҡаҙан‑эсәк юлына үтеп инә һәм токсиндар бүлеп сығара. Инкубация осоро 2 сәғәттән алып 3 тәүлеккә тиклем. Гастроинтестиналь, таралған (тифҡа оҡшаш һәм септик варианттары) С. формалары һәм С. бактерияларын йөрөтөүсәнлек айырыла. Төп симптомдары: тән т‑раһы күтәрелеү, өшөп ҡалтырау, ҡоҫоу, эс китеү, эс ауыртыу һ.б. Диагностика өсөн клиник-эпидемиологик һәм лаб. (бактериологик, серологик) тикшереү мәғлүмәттәре ҡулланыла. Дауалау: медикаментоз (антибактериаль, инфузия һ.б. препараттар). Ихтимал булған өҙлөгөүҙәр: гиповолемия, инфекцион токсикоз шоктары, йөрәк етешмәүсәнлеге һ.б. Иҫкәртеү: аҙыҡ‑түлек продукттарын етештереүҙә, ташыуҙа һәм һаҡлауҙа гигиена талаптарын һ.б. үтәү. Башҡортостанда 100 мең кешегә 2004 й. — 33,3, 2006 й. — 33,9, 2008 й. 43,7 С. м‑н ауырыған кеше теркәлгән. 21 б. башынан Медицина университетында Д.Х.Хунафина етәкс. С. диагностикаһы, клиникаһы, уны дауалау мәсьәләләре б‑са тикшеренеүҙәр алып барыла (А.П.Мамон, Ә.М.Шәмсиева), ауырыуҙың этиологик, клиник‑эпидемиологик структураһы өйрәнелә (А.Н.Бурганова, Р.З.Ғүмәрова, В.Ф.Шәйхмиева), С. этиотроп терапияһы ысулдары камиллаштырыла (Бурганова, А.Т.Ғәлиева, Шәмсиева).

Мал С. Инфекция сығанағы — ауырыу хайуандар һәм бактерия йөрөтөүселәр. Ауырыу алиментар, аэроген, ҡорһаҡ эсе (ҡолон, һарыҡ бәрәсе) юлдары аша йоға. Төп симптомдары: киҫкен ауырыу осрағында — тән т‑раһы күтәрелеү, малдың төшөнкө хәле, аппетит боҙолоу, эс китеү, конъюнктивит; ярым киҫкен һәм хроник ауырыу осрағында — хәлһеҙләнеү, пневмония, артрит, һарыҡтарҙа, бейәләрҙә — аборт һ.б. Диагностика өсөн клиник, патологоанатомик, эпизоотологик, лаб. тикшереү мәғлүмәттәре ҡулланыла. Дауалау: медикаментоз (С. ҡаршы махсус сыворотка, антибиотиктар, нитрофуран препараттары, бактериофагтар һ.б.). Иҫкәртеү: малды аҫрау һәм ашатыуҙың зоогигиена һәм ветеринария‑санитария ҡағиҙәләрен үтәү, инә малды һәм тыуған йәш малды вакцинациялау, карантинда тотоу һ.б. Малды һуйырға мәжбүр булған осраҡта уларҙан алынған продукттар С. киҫәтеү өсөн тикшерелә. Башҡортостанда 2003—07 йй. С. м‑н ауырыу осраҡтары теркәлгән (баш һаны): һыйыр малы — 17, сусҡа — 5. 20 б. 30—40‑сы йй. Ветеринария лабораторияһында быҙау һәм ҡолон С. эпизоотологияһы һәм махсус иҫкәртеү мәсьәләләре (В.Н.Грибанов, И.А.Смирнов), 20 б. 90‑сы йй. Аграр университетта С. осрағында мал эсәклегенең иммуногенезын көйләү һәм микробиоценозын төҙәтеү өсөн умартасылыҡ продукттарын ҡулланыу мәсьәләләре (Р.Т.Маннапова) һ.б. өйрәнелә.

У.Ғ.Ҡадиров, Д.Х.Хунафина

Тәрж. Г.А.Миһранова

Яндекс.Метрика