АСҠЫН УРМАН СӘНӘҒӘТЕ ХУЖАЛЫҒЫ, ағас әҙерләү һәм сығарыу пр‑тиеһы. 1937 й. “Южураллес” Ағас әҙерләү контораһы (1925 й. нигеҙләнгән) участкалары (Асҡын һәм Дыуан р‑ндарында урынлашҡан) базаһында нигеҙ һалына, 1952 й. алып “Башлеспром” ААЙ составында, 1995 й. — ААЙ, 2007 й. ябыла. Составына Табасҡы ағас-таҡта әҙерләү пункты, автотранспорт цехы ингән. 1999 й. 223 кеше эшләгән. Продукцияһы БР‑ҙа һатылған.

Н.И.Черепанова

Тәрж. Г.Ҡ.Ҡунафина

Текст на русском языке