САДИҠОВА Мөкәрәмә Хафиз ҡыҙы [25.5.1931, БАССР‑ҙың Бәләбәй р‑ны Йәрмәкәй а. (БР‑ҙың Йәрмәкәй р‑ны)], яҙыусы. БАССР‑ҙың атҡ. мәҙәниәт хеҙм‑ре (1981). Яҙыусылар союзы ағзаһы (1971). М.Горький ис. Әҙәбиәт ин‑тын тамамлаған (Мәскәү, 1959). 1951 й. алып БАССР МС‑ы эргәһендәге Радиотапшырыуҙар һәм ТВ б‑са ком‑ты хеҙм‑ре; 1958—67 йй. һәм 1974—75 йй. “Башҡортостан пионеры” гәз. бүлек мөдире; 1969—73 йй. БАССР Яҙыусылар союзында нәфис әҙәбиәтте пропагандалау бюроһы дир.; 1976—85 йй. (өҙөклөктәр м‑н) “Ағиҙел” ж. хеҙм‑ре. “Таныштар” исемле тәүге китабы 1959 й. сыға. “Алтынтауҙағы ант” (1975), “Сәмреғош ҡанат ҡаға” (1979), “Үрҙәргә артылғанда” (1981) һ.б. повестарының үҙәгендә – үҙенең күңел кисерештәре м‑н бәхеткә ынтылған ҡатын‑ҡыҙ. “Бәхет эҙләгәндә”, “Ерәнсәс”, “Һауалағы торна” һ.б. пьесалар яҙған. Балалар өсөн “Тәүге табыштар” (1969), “Юлай уҡырға өйрәнә” (1984), “Ҡотлау хаты” (1987) һ.б. хикәйәләр китабы авторы. Әҫәрҙәре урыҫ, белорус, ҡырғыҙ, төрөк телдәренә тәржемә ителгән. Пьесалары Башҡортостан һәм Татарстан театрҙарында ҡуйыла. “Һауалағы торна” пьесаһы б‑са “Бер генәм‑гөлгөнәм” телеспектакле (реж. Р.А.Исмәғилев, Баштелефильм, 1991) төшөрөлә. С. шиғырҙарына комп. Н.Ә.Дауытов, К.Й.Рәхимов, Н.Ғ.Сабитов, Т.М.Шәрипов, Х.Ф.Әхмәтов һ.б. тарафынан йырҙар яҙылған.

Әҫәрҙ.: Юл төшкәс: хикәйәләр. Өфө, 1985;  Сиктәр аша: повестар, хикәйәләр. Өфө, 2006.

Р.В.Гәрәев

Тәрж. Р.Ә.Сиражитдинов

Яндекс.Метрика