САВЕЛЬЕВ-САС (Савельев) Александр Сергеевич (26.9.1932, БАССР‑ҙың Ауырғазы р‑ны Юламан а.), яҙыусы. РСФСР‑ҙың халыҡ мәғарифы отличнигы (1991). РФ Яҙыусылар союзы ағзаһы (1994). СДПИ‑ны тамамлаған (1968). 1955—92 йй. “Знамя коммунизма” (“Коммунизм байрағы”; ҡара: “Сельские нивы”), “Аургазинский вестник” гәз. һ.б., тыуған ауылында мәктәптә (1971—84 йй. уҡыу‑уҡытыу бүлеге мөдире) эшләй; 1998 й. алып “Урал сасси” гәз. хеҙм‑ре. Балалар өсөн яҙылған тәүге “Кем бейегерәк?” (сыуаш телендә) шиғырҙар китабы 1975 й. сыға. Балалар өсөн “Ауыл һуҡмаҡтары” (1981), “Бүре һуҡмағы” (1987), “Ҡыңғыраулы дуға” (1992) китаптары, “Ҡояшҡа баш эйеү” шиғри йыйынтығы (2007; бөтәһе лә – сыуаш телендә) һ.б. авторы. Ш.Бабич, Ҡ.Аралбай, Р.С.Назаров, С.Н.Шәрипов һ.б. башҡ. яҙыусыларының әҫәрҙәрен сыуаш теленә тәржемә иткән. С.-С. шиғырҙары С.Рәхмәтулла тарафынан башҡ. теленә тәржемә ителгән. М.Трубина ис. (1991), Ғәлимйән Ибраһимов ис. (1996), Ф.Кәрим ис. (2001) пр. лауреаты.

И.Г.Тарасов

Тәрж. Р.Ә.Сиражитдинов

Яндекс.Метрика