САБИТОВ Рәшит Мәхмүт улы (27.3.1937, БАССР‑ҙың Ғафури р‑ны Яңғыҙҡайын а.), яҙыусы. РСФСР‑ҙың матбуғат отличнигы (1987). Яҙыусылар союзы ағзаһы (1984). БДУ‑ны тамамлаған (1966). 1968 й. алып “Кызыл таң” гәз., 1975 й. – “Пионер” ж. әҙәби хеҙм‑ре, 1979—88 йй. Башҡ‑н китап нәшриәте мөхәррире, 1993—97 йй. “Заман—Башҡортостан” гәз. баш мөхәррир урынбаҫары. Шулай уҡ Рәшит Сабит псевдонимы аҫтында баҫыла. “Йәшлегем йөҙө” исемле тәүге шиғырҙар йыйынтығы 1980 й. сыға. “Ыласындар бейек оса” (1981), “Ҡыйғаҡ-ҡыйғаҡ ҡаҙ ҡысҡыра” (1985), “Һүнгән йондоҙ яҡтыһы” (1988) хикәйәләр һәм повестар йыйынтығы, балалар өсөн яҙылған китаптар һ.б. авторы. Әҫәрҙәре урыҫ, украин, ҡаҙаҡ телдәренә тәржемә ителгән. Д.Бедный, К.В.Иванов, М.Д.Львов һ.б. әҫәрҙәрен башҡ. теленә тәржемә иткән. С. шиғырҙарына комп. Н.Ғ.Сабитов, Д.Д.Хәсәншин, Х.Ф.Әхмәтов һ.б. йырҙар яҙған.

Әҫәрҙ.: Һаумы, мәктәп!: шиғырҙар һәм шиғри әкиәттәр. Өфө, 1983; Батырлар кайда туа: повесть һәм хикәяләр. Уфа, 1996; Мәхәббәт өянәге: повестьлар, хикәяләр. Уфа, 2006.

Тәрж. Р.Ә.Сиражитдинов

Яндекс.Метрика