САБИТОВ Мөхтәр Абдрахман улы [20.12.1946, БАССР‑ҙың Маҡар р‑ны Уразбай а. (БР‑ҙың Ишембай р‑ны)], яҙыусы. БР‑ҙың атҡ. матбуғат һәм киң мәғлүмәт хеҙм‑ре (2006), СССР‑ҙың мәҙәниәт отличнигы (1989). Яҙыусылар союзы (1992), Журналистар союзы (2002) ағзаһы. БДУ‑ны тамамлаған (1988). 1977 й. алып Салауат драма театрында эшләй, 1984 й. — Салауат мәҙәниәт паркы дир., 2001—06 йй. “Салауат” гәз. баш мөхәррире. Шулай уҡ Мөхтәр Сәбиди псевдонимы аҫтында баҫыла. “Таныш булайыҡ” исемле тәүге хикәйәләр һәм повестар йыйынтығы 1986 й. сыға. “Күңел ҡояшы”, “Тирәк мамығы” (икеһе лә — 1992) проза китаптары, “Йылдар үрҙәргә юллата” (1993) очерктар йыйынтығы һ.б. авторы. Х.Ғиләжев ис. пр. лауреаты (1998).

Әҫәрҙ.: Көт һин мине, Рәйсә!: роман. Өфө, 2006.

Тәрж. Р.Ә.Сиражитдинов

Яндекс.Метрика