РЫЛЬСКИЙ Максим Фаддеевич (7.3.1895, Киев — 24.7.1964, шунда уҡ), шағир, ғалим. СССР ФА акад. (1958). Украин ССР‑ы Яҙыусылар союзы идараһы рәйесе (1943—46). “Розалар һәм виноград” (“Розы и виноград”; 1957), “Алыҫтағы күк йөҙө” (“Далёкие небосклоны”; 1959), “Ҡышҡы яҙмалар” (“Зимние записи”; 1964) һ.б. бик күп шиғыр йыйынтыҡтары, әҙәбиәт ғилеме, фольклористика, сәнғәт ғилеме өлкәһендәге хеҙмәттәр авторы. Б.В. һуғышы йылдарында (1941—43) Өфөлә йәшәй һәм эшләй. “Ҡайғы һәм бәхет тураһында һүҙ” (“Слово о скорби и счастье”; 1962) поэмаһы һәм байтаҡ шиғырҙары Башҡортостанға, Өфөгә, халыҡтар дуҫлығына арналған. Шиғырҙары Х.Ғиләжев, С.Ҡудаш, М.Сөндөклө, Ғ.Әмири һ.б. тарафынан башҡ. теленә тәржемә ителгән. Ленин (1960) һәм Сталин (1943; 1950) пр. лауреаты.

Ә ҫ ә р ҙ.: Лирика. Өфө, 1962.

Р.Б.Әхмәҙиев

Тәрж. Р.Ә.Сиражитдинов

Все права на материалы сайта охраняются в соответствии с законодательством РФ, в том числе об авторском праве и смежных правах.

ГАУН РБ “Башкирская энциклопедия” © 2015—2018