РЫБАКОВ Пётр Гаврилович (1871, Һамар ҡ. — Петроград, 1918), яҙыусы. Өфө ир балалар гимназияһын тамамлаған (1893). 1894 й. ағаһы С.Г.Рыбаков м‑н Башҡортостандың көньяҡ-көнсығышы буйлап йөрөп сыға, башҡорттарҙың йәшәү рәүешен өйрәнә. Экспедиция ваҡытында тупланған материал “Төн” (“Ночь”; 1895) хикәйәһендә, “Дәүләтхан” (“Давлетхан”; 1901) легендаһында файҙаланыла. “Буранбай старшина” (“Старшина Буранбай”) комедияһында күп ҡатынлы булыу мәсьәләһе күтәрелә, ғаилә иҙеүе, башҡ. ҡатын‑ҡыҙҙарының ҡоллоҡта йәшәүе ғәйепләнә; 1901 й. пьеса С.‑Петербургтағы Е.А.Шабельская театры сәхнәһендә ҡуйыла. Р. һәм комедия т‑дағы мәғлүмәттәр “Башҡортостан урыҫ әҙәбиәтендә” (“Башкирия в русской литературе”; 3‑сө т., 1965) йыйынтығына индерелгән.

Әҙәб.: Р а х и м к у л о в М.Г. Народной мудрости родник. Уфа, 1988.

Тәрж. Р.Ә.Сиражитдинов