РЫБАК Натан Самойлович (21.12. 1912, Киев губ. Ивановка а. — 11.9.1978, Киев), яҙыусы. “Пушка көбәктәре көнсығышҡа ҡарай” (“Пушки жерлами на восток”; 1934), “Оноре де Бальзактың хатаһы” (“Ошибка Оноре де Бальзака”; 1940), “Переяслав радаһы” (“Переяславская рада”; 1—2‑се китаптар, 1948—53), “Мундирһыҙ һалдаттар” (“Солдаты без мундиров”; 1967) романдары һ.б. авторы. Б.В. һуғышы осоронда күпмелер ваҡыт Өфөлә йәшәй. “Башҡортостан ҡояшы” (“Солнце Башкирии”) очерктар китабында һәм “Ҡорал беҙҙең менән” романында (“Оружие с нами”; икеһе лә — 1943) тыл хеҙмәтсәндәренең фашизмды еңеү өсөн героизмы, башҡорттарҙың һуғыш йылдарында Башҡортостанға эвакуацияланған башҡа халыҡ вәкилдәре м‑н дуҫлығы күрһәтелгән. Р. әҫәрҙәрен Н.Иҙелбай башҡ. теленә тәржемә иткән. Сталин пр. лауреаты (1950).

Х е ҙ м.: Переяслав радаһы //Әҙәби Башҡортостан. 1954. № 5.

С.Ғ.Сафуанов

Тәрж. Р.Ә.Сиражитдинов

Все права на материалы сайта охраняются в соответствии с законодательством РФ, в том числе об авторском праве и смежных правах.

ГАУН РБ “Башкирская энциклопедия” © 2015—2018