РУБЛЁВКА, Дәүләкән р‑нындағы ауыл, Бик-Ҡарамалы а/с ҡарай. Район үҙәгенән һәм Дәүләкән т. юл ст. Көнс. табан 18 км алыҫлыҡта урынлашҡан. Халҡы: 1906 й. — 394 кеше; 1920 — 499; 1939 — 508; 1959 — 209; 1989 — 115; 2002 — 114; 2010 — 112 кеше. Украиндар йәшәй (2002).

Ауылға 19 б. аҙ. Бәләбәй өйәҙендә Полтава губ. Рублёвка а. күскенселәре нигеҙ һала. Шулай уҡ Яңы Рублёвка исеме м‑н теркәлгән. 1906 й. сиркәү булған.

Тәрж. Р.Ғ.Ғилманов 

Все права на материалы сайта охраняются в соответствии с законодательством РФ, в том числе об авторском праве и смежных правах.

ГАУН РБ “Башкирская энциклопедия” © 2015—2018