ПАУЭРЛИФТИНГ (ингл. powerlifting), спорт төрө, көс талап итә торған өсбәйге, яурында штанга мн приседание эшләүҙе, эскәмйәлә ятып штанга күтәреүҙе, стан тартыуҙы (штанганы түшәмәнән айырыу) үҙ эсенә ала. Башҡортостанда 20 б. 80се йй. башынан атлетик гимнастика булараҡүҫешә. 1986 й. ӨАИ (Б.Г.Лукьянов етәкс.) һәм ӨНИ эргәһендә П. беренсе. секциялары ойошторола. 1987 й. алып П. бса БР беренселектәре уҙғарыла. Өфөлә СССРҙың Авиация вуздары спартакиадаһы (1991), Рәсәй чемпионаттары (1998, 2006, 2008), Октябрьский ҡ. — үҫмер спортсылар араһында Рәсәй беренселеге (2009) үткәрелә. БР йыйылма командаһы — Рәсәй чемп. (1999, 2000—03, 2005—06), Рәсәй кубоктарын яулаусы (1998—99, 2001— 04, 2007). Респ. П. бса СССРҙың тәүге спорт мастерҙары З.З.Ғарипов, Э.А.Панкратов (икеһе лә — 1990) була. Халыҡара ярыштарҙа юғары ҡаҙаныштарға И.Е.Абрамова, Н.А. Асабин, А.Р.Байков, С.Д.Бочко, Р.Н.Востриков, Р.Р.Ғәҙиев, Р.Я. Казаков, С.Я.Мор, Ф.З.Мөхәмәтйәнов, В.Н.Погодин, О.А.Руденко, Ю.Н.Федоренко, В.В.Әхмәҙуллин һ.б. ирешә. Респ. спорт мәктәптәрендә 14 П. бүлеге, ш. уҡ вуз һәм спорт клубтарында 35тән ашыу секция эшләп килә, унда 5 меңдән ашыу кеше шөғөлләнә (2008). 1990 й. башлап БР П. федера цияһы эшләй.

Д.Л.Гладких, Б.Г.Лукьянов

Тәрж. Ғ.Р.Бирҙина

 

Текст на русском языке

     © ГАУН РБ“Башкирская энциклопедия”, 2018             Все права на материалы, находящиеся на сайте http://башкирская-энциклопедия.рф, охраняются в соответствии с законодательством РФ, в том числе об авторском праве и смежных правах.