АСҠЫН РАЙОНЫ, БР‑ҙың төньяғында урынлашҡан. Төньяҡта Пермь крайы һәм Свердловск өлк., көнсығышта — Дыуан, көньяҡта — Ҡариҙел, көньяҡ‑көнбайышта — Балтас һәм көнбайышта Тәтешле р‑ндары м‑н сиктәш. 1930 й. 20 авг. ойошторола (ҡара: Административ район), район составына Бөрө кантоны улустары инә. 1932 й. 20 февр. бөтөрөлә, терр‑яһы Ҡариҙел һәм Иҫке Балтас райондары составына индерелә. 1935 й. 31 ғин. яңынан ойошторола. 1963 й. 1 февр. бөтөрөлә, терр‑яһы Ҡариҙел р‑нына бирелә. 1965 й. 14 ғин. яңынан тергеҙелә. Майҙаны — 2542 км2. Адм. үҙәге — Асҡын а., Өфөнән төньяҡ‑көнсығышҡа 213 км һәм Көйәҙе т. юл ст. (Пермь крайы) көньяҡ‑көнсығышҡа табан 110 км алыҫлыҡта ята. Халҡы (мең кеше): 1939 й. — 40,2; 1959 — 37,2; 1989 — 23,5; 2002 — 23,9; 2010 — 21,3. Милли составы (2002): башҡорттар — 70,9%, татарҙар — 17,6%, урыҫтар — 10,4%. Халыҡтың уртаса тығыҙлығы — 9,4 кеше/км2. Районда 15 ауыл советы, 74 ауыл торама пункты бар, иң ҙурҙары: Асҡын (6,9 мең кеше), Ҡубыяҙ (1,2 мең), Ҡашҡа (0,8 мең) ауылдары.

Райондың көнбайыш өлөшөндәге рельеф арҡа һәм тигеҙлектәрҙән (Асҡын яйлаһы) ғибәрәт, көнсығыш өлөшө Өфө яйлаһының көнбайыш ситендә урынлашҡан, йылғалар һәм һыҙалар м‑н ныҡ йырғыланған. А.р. Башҡорт көмбәҙе һәм Бым‑Көңгөр уйпатлығы сиктәрендә ята. Район терр‑яһында кирбес етештереүҙә ҡулланылған балсыҡ һәм ҡомло балсыҡ (Үтәш), төҙөлөш ташы (Сөйөш), нефть ятҡылыҡтары (Бейәбаш, Көнгәк, Һикәяҙ һ.б.), газ ятҡылыҡтары (Мәтәле, Яңы Ҡаҙансы һ.б.) бар. Климаты континенталь, уртаса йылы, етерлек дымлы. Һауаның уртаса йыллыҡ т‑раһы — 1,2°С, ғин. уртаса т‑ра — -15,8°С, июлдә — 17,8°С. Абс. макс. т‑ра — 36°С, абс. миним. — ‑54°С. Яуым‑төшөмдөң уртаса йыллыҡ миҡдары — 580 мм, йылы осорҙа — 350—400 мм. Гидрографик селтәрҙе Өфө, Сарыс, Тере Танып, Төй һ.б. йылғалар барлыҡҡа килтерә. Һоро урман тупрағы һәм бер аҙ көлһыуланған ҡара тупраҡ өҫтөнлөк итә. Киң япраҡлы һәм ҡара ылыҫлы, ҡайын, уҫаҡ һәм йүкә урмандары таралған. Терр‑яның 59,4%‑ын урман ҡаплаған. Хайуандар донъяһы урман төрҙәренән тора. Упҡанкүл а. эргәһендәге Упҡанкүл күле һәм һаҙлығы — тәбиғәт ҡомартҡылары. Асҡын заказнигы ойошторолған.

2012 й. ауыл хужалығы ерҙәренең майҙаны 93,9 мең га (дөйөм майҙандың 36,9%‑ы) тәшкил иткән, ш. иҫ. һөрөнтө ерҙәр — 32,9, сабынлыҡтар — 27,4, көтөүлектәр — 32,7; урмандар майҙаны — 151,1, ер өҫтө һыуҙары — 0,8. Район төньяҡ урман‑дала зонаһына инә. А.х. пр‑тиелары [5 АХПК, 63 крәҫтиән (фермер) хужалығы] иген культуралары, картуф үҫтереүгә, ит‑һөт йүнәлешле һыйыр малы үрсетеүгә махсуслаша. “Асҡын электр селтәрҙәре”, “ДСПМК”, “Уралуниверсалстрой”, “Стройреммонтаж+”, “Асҡын йылылыҡ селтәрҙәре”, “Комсервис” ЯСЙ‑лары һ.б. эшләй. Район терр‑яһынан Яугилде—Щучье Озеро (Пермь крайы), Иҫке Балтас—Асҡын автомобиль юлдары үтә. Райондың көньяҡ‑көнсығыш ситтәре судносылыҡ миҙгелендә йылға транспорты м‑н хеҙмәтләндерелә. А.р. төньяҡ иҡтисади төбәккә инә.

Районда Башҡорт а.х. һөнәрселек колледжы, 50 дөйөм белем биреү мәктәбе, шуларҙың 14‑е урта мәктәп, ш. иҫ. Асҡын урта мәктәбе ¹2, 7 төп (6 филиал), 10 башланғыс мәктәп; 17 мәктәпкәсә белем биреү учреждениеһы, сәнғәт мәктәбе, Балалар ижады үҙәге, спорт клубтары; үҙәк район дауаханаһы һәм 3 ауыл амбулаторияһы, 40 фельдшер‑акушерлыҡ пункты, “Танып” шифаханаһы; Мәҙәниәт йорто, 39 клуб учреждениеһы, 30 китапхана, тарих‑тыуған яҡты өйрәнеү музейы бар. 7 халыҡ һәм 3 өлгөлө үҙешмәкәр сәнғәт коллективы эшләй. “Аскинская новь”, “Ышаныс” (татар телендә) гәз. нәшер ителә.

М.Ф.Хисмәтов

Тәрж. З.Б.Латыпова

 

Текст на русском языке

Карта района