РСАЙ, Илеш р‑нындағы ауыл, Рсай а/с үҙәге. Район үҙәгенән К. 11 км һәм Бүздәк т. юл ст. Т. табан 97 км алыҫлыҡта Баҙы й. буйында урынлашҡан. Халҡы: 1906 й. — 1279 кеше; 1920 — 1830; 1939 — 1856; 1959 — 1238; 1989 — 918; 2002 — 928; 2010 — 926 кеше. Башҡорттар йәшәй (2002). Урта мәктәп, 2 балалар баҡсаһы, фельдшер-акушерлыҡ пункты, мәҙәниәт йорто, китапхана, мәсет бар.

Ауылға Бөрө өйәҙе Ҡыр-Йылан улусы башҡорттары үҙ ерҙәрендә нигеҙ һала, 1782 й. алып билдәле (керҙәшлек килешеүе б‑са сыуаштар килеп ултырған). 1795 й. тиклем бында ш. уҡ шарттарҙа яһаҡлы татарҙар килеп урынлашҡан. 1795 й. 170 кеше иҫәпкә алынған. 1865 й. Ирсай (Р.; 114 йортта 662 кеше йәшәгән) һәм Р. (Ирсай; 112 йортта — 831 кеше; малс‑ҡ, игенселек м‑н шөғөлләнгәндәр; мәсет, училище, 4 һыу тирмәне булған) аа. теркәлгән. 1906 й. 2 мәсет, бакалея кибете, мөгәзәй теркәлгән.

Тәрж. Р.Ғ.Ғилманов

     © ГАУН РБ“Башкирская энциклопедия”, 2018             Все права на материалы, находящиеся на сайте http://башкирская-энциклопедия.рф, охраняются в соответствии с законодательством РФ, в том числе об авторском праве и смежных правах.