ПАУТОВА Елена Осиповна (22.1. 1986, Сочи ҡ.), спортсы. Еңел атлетика б‑са Рәсәйҙең атҡ. спорт мастеры (2004). БР‑ҙың күренекле спортсыһы (2005). 2001 й. алып Юғары спорт оҫталығы мәктәбе өсөн сығыш яһай (тренеры П.З.Буйлов). Паралимпия уйындары чемп. (2004, 2012) һәм бронза призёры (2004; 2 тапҡыр, 2008). Донъя (2006, 2011, 2013, 2015) һәм Европа (2003, 2005, 2009, 2012) чемп., Донъя чемпионаттарының бронза призёры (2003, 2006), Европа чемпионаттарының көмөш призёры (2003; 2 тапҡыр, 2009), Бөтә донъя инвалидтар уйындары еңеүсеһе (2 тапҡыр, 2003; 3 тапҡыр, 2007) һәм бронза призёры (2003), Рәсәйҙең күп тапҡыр чемпионы. Йәштәр араһында донъя беренселектәрендә еңеүсе (2 тапҡыр, 2005). Күреү б‑са спортсы‑инвалидтар араһында 5000 һәм 1500 м йүгереү б‑са донъя рекордсыһы (2003—07). Рәсәй йыйылма командаһы ағзаһы (2001 й. башлап). Почёт (2012), Дуҫлыҡ (2006), БР‑ҙың Халыҡтар дуҫлығы (2008), Салауат Юлаев (2004) орд., 2‑се дәрәжә “Ватан алдында күрһәткән хеҙмәттәре өсөн” (2009) орд. миҙалы м‑н бүләкләнгән.

Тәрж. Ғ.Р.Бирҙина

 

Яндекс.Метрика