РОТКОВ, ауыл, 2005 й. алып Нефтекама ҡ. эсендә.

Ауылға Уҫы даруғаһында дәүләт крәҫтиәндәре нигеҙ һалған, 1781 й. башлап билдәле. 1795 й. 57 ир-ат иҫәпкә алынған, 1865 й. 45 йортта — 244 кеше. Игенселек м‑н шөғөлләнгәндәр. Ел тирмәне булған. 1906 й. мөгәзәй теркәлгән. Шулай уҡ Неволин исеме м‑н билдәле булған. Халҡы: 1906 й. — 211 кеше; 1920 —245; 1939 — 170; 1959 — 41; 1989 — 30; 2002 — 27 кеше. 1969—2005 йй. Нефтекама ҡ. Ташкин а/с ҡараған.

Тәрж. Р.Ғ.Ғилманов

Все права на материалы сайта охраняются в соответствии с законодательством РФ, в том числе об авторском праве и смежных правах.

ГАУН РБ “Башкирская энциклопедия” © 2015—2018