ПАРАШЮТ СПОРТЫ, авиация спорты төрө, осоу аппараттарынан (самолёт, аэростат һ.б.) яңғыҙ һәм төркөмдә парашют м‑н һикереү. П.с. парашют классикаһы, пара‑ски, парашют‑атлетик күпбәйге, төркөм һәм көмбәҙле акробатика һ.б.инә. Башҡортостанда 20 б. 30‑сы йй. башынан үҫешә (ҡара: Авиация‑техник спорт клубтары). 1933 й. Өфөлә аэроклуб төҙөлә (ҡара: Рәсәй ДОСААФ‑ының авиация спорт клубы). Респ. парашют классикаһы б‑са СССР чемпионаты (1963), пара‑ски б‑са Рәсәй чемпионаттары һәм беренселектәре (1998—99, 2001—07) үткәрелә. Респ. П.с. б‑са СССР‑ҙың тәүге спорт мастеры В.П.Марюткин (1951) була. Халыҡ‑ара ярыштарҙа А.Ә.Бикмәтов, А.А.Буренин, С.Е.Журавлёва, А.Р. Кәримов, А.П.Подгорный, А.Н.Сухов, А.К.Сырчин, Н.М.Сырчина, А.В. Филиппов, Д.Ю.Шляхов һ.б. юғары ҡаҙаныштарға ирешә. Респ. парашютсылары араһында үҫмер спортсылар араһында Рәсәйҙең абс. чемп., Донъя кубогының бронза призёры — А.В. Барсуков (икеһе лә — 2005), команда зачётында донъя чемп. — Е.В. Невская (2007, 2009) һәм А.И.Толкачёв (2009), команда зачётында Донъя кубогын яулаусы, Европа чемпионатының көмөш һәм бронза призёры — Е.Ю.Торгашева (икеһе лә — 2005). Респ. Ю.А.Гагарин ис. “Һауа легионы” Хәрби‑патриотик парашют клубы, БР ДОСААФ Үҙәк аэроклубы (икеһе лә — Өфө), авиация‑техник спорт клубтары (Күмертау, Октябрьский ҡҡ.) эшләй, уларҙа 1500‑ҙән ашыу кеше шөғөлләнә (2008). 1992 й. алып БР Парашют спорты федерацияһы эшләй.

В.П.Барсуков, Ғ.И.Манаев

Тәрж. Ғ.Р.Бирҙина

 

Яндекс.Метрика