РОМАНОВКА, ауыл, 2005 й. алып Өфө эсендә. Ауылға 1799 й. Өфө өйәҙендә Романовскийҙарҙың алпауыт крәҫтиәндәре Анненский бәләкәй ауылы булараҡ нигеҙ һала. 1865 й. 15 йортта 876 кеше йәшәгән. Игенселек м‑н шөғөлләнгәндәр. 20 б. башында Романовка а. булараҡ теркәлгән. 1906 й. мөгәзәй иҫәпкә алынған. Халҡы: 1906 й. — 99 кеше; 1920 — 166; 1939 — 170; 1959 — 243; 1989 — 167; 2002 — 111 кеше. 2004 й. алып Өфөнөң Дим р‑ны составында була. 2005 й. Өфөнөң Дим а/с ҡараған, хәҙ. Өфө терр‑яһы (Романовка, Кустарёв, Ольховый урамдары).

Тәрж. Р.Ғ.Ғилманов