ПАРА‑СКИ п а р а ш ю т - т а  у с а ң ғ ы һ ы  б ‑ с а  и к е б ә й г е, парашют спорты төрө, тау битенә аныҡ төшөү б‑са һикереүҙе һәм гигант слаломды үҙ эсенә ала. Башҡортостанда 20 б. 90‑сы йй. уртаһынан үҫешә. Респ. 1995 й.,2010– 12 йй. — Рәсәй кубоктары, 1998— 99 йй, 2001—07 йй., 2009 й. Рәсәй чемпионаттары үткәрелә. Респ. П.‑с. б‑са тәүге спорт мастеры А.В. Соловьёв (2002) була. Халыҡ‑ара ярыштарҙа А.А.Буренин, А.Р.Кәримов, А.В. Филиппов һ.б. юғары һөҙөмтәләргә ирешә. 2004 й. башлап Өфөлә Ю.А.Гагарин ис. “Һауа легионы” Хәрби‑патриотик парашют клубы эшләй (етәксеһе Ғ.И.Манаев), унда 100‑гә яҡын кеше шөғөлләнә (2015).

Ғ.И.Манаев

Тәрж. Ғ.Р.Бирҙина

 

Текст на русском языке

     © ГАУН РБ“Башкирская энциклопедия”, 2018             Все права на материалы, находящиеся на сайте http://башкирская-энциклопедия.рф, охраняются в соответствии с законодательством РФ, в том числе об авторском праве и смежных правах.