РОМАДАНОВКА, О с и н о в к а, Ишембай р‑нындағы ауыл, Верхотор а/с ҡарай. Район үҙәгенән К.‑Көнс. 36 км һәм Салауат т. юл ст. К.‑Көнс. табан 42 км алыҫлыҡта Торғаҫ й. (Тор й. ҡушылдығы) буйында урынлашҡан. Халҡы: 1906 й. — 1117 кеше; 1920 й. — 1385; 1939 — 1081; 1959 — 872; 1989 — 138; 2002 — 130; 2010 — 176 кеше. Урыҫтар йәшәй (2002). Фельдшер‑акушерлыҡ пункты бар.

Ауылға 18 б. 2‑се ярт. Осиновка исеме м‑н Верхотор заводы һәм Воскресенка заводы эргәһендәге торама булараҡ нигеҙ һалына, И.Б.Твердышев (ҡара: Твердышевтар) һәм И.С.Мясниковтың (ҡара: Мясниковтар) крепостной крәҫтиәндәре килеп ултыра. 1865 й. (хәҙ. исемдә) 179 йортта 1148 кеше йәшәгән. Умарт‑ҡ, игенселек м‑н шөғөлләнгәндәр, заводта эшләгәндәр. 1906 й. сиркәү, сиркәү‑мәхәллә мәктәбе, бакалея кибете, мөгәзәй иҫәпкә алынған. Р. янындағы Ромадановка йырыны тәбиғәт ҡомартҡыһы.

Ғ.И.Яҡупов

Тәрж. Р.Ғ.Ғилманов

     © ГАУН РБ“Башкирская энциклопедия”, 2018             Все права на материалы, находящиеся на сайте http://башкирская-энциклопедия.рф, охраняются в соответствии с законодательством РФ, в том числе об авторском праве и смежных правах.