ПАРАЛИМПИЯ УЙЫНДАРЫ, терәк‑хәрәкәт аппараты зарарланған һәм күреү һәләтен юғалтҡан инвалидтар өсөн бөтә донъя спорт ярыштары. Олимпия уйындарынан һуң ш. уҡ спорт ҡоролмаларында үткәрелә. Тәүге йәйге паралимпия уйындары Италияла (Рим, 1960), ҡышҡыһы Швецияла (Эрншёльдсвик ҡ., 1976) уҙғарыла. 1964 й. беренсе тапҡыр паралимпия атрибутикаһы ҡулланыла (флаг, гимн һәм символ). П.у. Башҡортостан спортсылары юғары һөҙөмтәләргә ирешә: Р.А.Баталова, Р.Р. Ғарифуллин, Е.А.Жданова, И.А.Зарипов, Э.В.Ибраһимова, О.В.Крецул, И.Н.Маннанов, К.А.Михайлов, В.Н. Мичурин, Е.О.Паутова, А.С.Помыкалов, И.В.Помыкалов, О.В.Савченко, С.А.Севостьянов, А.А.Строкин, В.В.Чернова, М.Е.Яковлев һ.б. Паралимпия уйындарында ҡатнашыусылар: В.Н.Бычков, Р.Р.Ғиззәтуллин, А.С.Тайганов,Р.Ш.Әфтәхов, Ю.Р.Әхмәтдинова һ.б. 2014 й. Өфөлә “Сочи—2014” Паралимпия уты Эстафетаһының этабы үтә, унда 51 факел йөрөтөүсе ҡатнаша, маршрут оҙонлоғо яҡынса 5 км була.

А.А.Сухогузов

Тәрж. Ғ.Р.Бирҙина

Яндекс.Метрика