АСҠЫН ЙӘШЕЛСӘ КИПТЕРЕҮ КОМБИНАТЫ. 1956 й. Асҡын р‑ны Асҡын а. нигеҙ һалына, 1995 й. Башҡортостан ҡулланыусылар союзының Төй ҡулланыусылар йәмғиәте составына инә. Комб‑т составына крахмал, алкоголһеҙ эсемлектәр, макарон, кондитер изделиелары, тоҙло балыҡ, кеҫәл етештереү цехтары; 1200 т һыйҙырышлы йәшелсә һаҡлағыс ингән. Кипкән картуф, крахмал, кеҫәл етештергән. Продукцияһы БР‑ҙа һәм РФ‑тың башҡа төбәктәрендә һатылған.

Тәрж. З.Н.Алтынбаева

Текст на русском языке