РОЖДЕСТВЕНСКИЙ, Благовещен р‑нындағы ауыл, Ильина Поляна а/с ҡарай. Район үҙәгенән Көнс. 18 км һәм Загородная т. юл ст. Т.‑Көнс. табан 16 км алыҫлыҡта урынлашҡан. Халҡы: 1906 й. — 290 кеше; 1920 — 391; 1939 — 316; 1959 — 202; 1989 — 125; 2002 — 98; 2010 — 104 кеше. Урыҫтар йәшәй (2002).

Ауылға 1877 й. Өфө өйәҙендә Дашковтарҙан һатып алынған ерҙәрҙә Вятка губернаһы күскенселәре Рождественский яңы ауылы булараҡ нигеҙ һала. 1896 й. 48 йортта 333 кеше йәшәгән. Игенселек, малс‑ҡ м‑н шөғөлләнгәндәр. Бакалея кибете булған. 20 б. 20‑се йй. алып ауыл булараҡ иҫәпкә алынған. 50‑се йй. аҙ. хәҙ статусын ала.

Тәрж. Р.Ғ.Ғилманов

 

Текст на русском языке