РОЖДЕСТВЕНКА, Шаран р‑нындағы ауыл, Мичуринск а/с ҡарай. Район үҙәгенән Т.‑Көнс. 34 км һәм Туймазы т. юл ст. Т.‑Көнс. табан 76 км алыҫлыҡта урынлашҡан. Халҡы: 1939 й. — 233 кеше; 1959 — 299; 1989 — 142; 2002 — 157; 2010 — 151 кеше. Сыуаштар йәшәй (2002). Ауылға 20 б. 20‑се йй. Бәләбәй кантонының Яңы Семёнкин һәм Йомаш аа. (хәҙ. БР‑ҙың Саҡмағош р‑ны) кешеләре Рождественский ҡасабаһы булараҡ нигеҙ һалған, тип фараз ителә. 1925 й. 26 йорт иҫәпкә алынған. 50‑се йй. хәҙ. исемен һәм статусын ала.

Тәрж. Р.Ғ.Ғилманов

 

Текст на русском языке

     © ГАУН РБ“Башкирская энциклопедия”, 2018             Все права на материалы, находящиеся на сайте http://башкирская-энциклопедия.рф, охраняются в соответствии с законодательством РФ, в том числе об авторском праве и смежных правах.