РОДНИКОВКА, Миәкә р‑нындағы ауыл, Миәкә а/с ҡарай. Район үҙәгенән К. 4 км һәм Аксёнов т. юл ст. К.‑Көнс. табан 47 км алыҫлыҡта__ Ҡырғыҙ‑Миәкә й. (Миәкә й. ҡушылдығы) буйында урынлашҡан. Халҡы: 1920 й. — 16 кеше; 1939 — 117; 1959 — 254; 1989 — 915; 2002 — 895; 2010 — 841 кеше. Татарҙар йәшәй (2002). Халҡы «“Үҙәк” машина‑технология станцияһы» ДУАХП‑ның Миәкә филиалында эшләй. Төп мәктәп, балалар баҡсаһы, фельдшер‑акушерлыҡ пункты, мәҙәниәт йорто бар.

Ауылға 1920 й. Бәләбәй өйәҙендә Родниковка ҡасабаһы булараҡ урыҫ крәҫтиәндәре нигеҙ һала. 30‑сы йй. башында Миәкә МТС‑ы ойошторолғандан һуң — Миәкә МТС‑ы ҡасабаһы, 50‑се йй. аҙ. Миәкә РТС‑ы ҡасабаһы исемен ала. 2005 й. — хәҙ. статусын, 2007 й. хәҙ. исемен йөрөтә.

Тәрж. Р.Ғ.Ғилманов

 

Текст на русском языке

     © ГАУН РБ“Башкирская энциклопедия”, 2018             Все права на материалы, находящиеся на сайте http://башкирская-энциклопедия.рф, охраняются в соответствии с законодательством РФ, в том числе об авторском праве и смежных правах.