ПАДИН Андрей Викторович (20.2. 1968, Белорет ҡ.), спортсы. Биатлон б‑са Рәсәйҙең халыҡ‑ара класлы спорт мастеры (1997), Рәсәйҙең атҡ. тренеры (2003). БР‑ҙың күренекле спортсыһы (1997). Силәбе физик культура ин‑тын тамамлаған (1994). “Хеҙмәт” ДСО‑һы тәрбиәләнеүсеһе (тренеры Ф.Ф.Әхмәҙиев). Спринтта Европа (1997), команда ярышында Рәсәй (1995) һәм шәхси ярышта АҠШ (1997) асыҡ чемпионаты чемп., эстафетала Европа чемпионатының (1997), спринтта Европа кубогы этабының (1996) һәм команда ярышында Рәсәй чемпионатының көмөш призёры, эстафетала (1996) һәм спринтта (2001) Европа кубогы этаптарының, эстафетала Рәсәй чемпионатының (2000) бронза призёры. Рәсәй йыйылма командаһы ағзаһы (1996—98). 2001 й. алып биатлон б‑са СДЮСШОР‑ҙың тренер‑уҡытыусыһы (Өфө). 2006 й. башлап Рәсәй егеттәр йыйылма ко‑ мандаһының, 2013 й. — ҡыҙҙар командаһының тренеры, 2014 й. — функциональ әҙерлек б‑са тренер, 2015 й. алып биатлон б‑са Рәсәй ир‑егеттәр йыйылма командаһының өлкән тренеры.

Тәрж. Ғ.Р.Бирҙина

Яндекс.Метрика