• Печать

РӘСӘЙ АРМИЯҺЫНА, АВИАЦИЯҺЫНА ҺӘМ ФЛОТЫНА БУЛЫШЛЫҠ ИТЕҮ ИРЕКЛЕ ЙӘМҒИӘТЕ, дөйөм Рәсәй йәмәғәт‑дәүләт ойошмаһы. Рәсәй ДОСААФ‑ының БР төбәк бүлексәһе тарихы 1920 й. Өфө губ. бүлегенең Өфө гарнизонында Хәрби‑фәнни йәмғиәт (1926 й. башлап Оборонаға булышлыҡ итеү йәмғиәте) асылыуҙан башлана. 1925 й. Башҡ‑н һауа флоты дуҫтары йәмғиәте (1923 й. ойошторолған) һәм Башҡ‑н химия оборонаһы һәм сәнәғәте ирекле йәмЗғиәтенең (1924) берләшеүенән һуң Башавиахим төҙөлә. 1927 й. алып Башавиахим һәм Оборонаға булышлыҡ итеү йәмғиәтенең Башҡ‑н респ. бүлексәһе ҡушылыуы һөҙөмтәһендә Башосоавиахим; 1948 й. Башосоавиахим базаһында төҙөлгән армияға (Армияға булышлыҡ итеү ирекле йәмғиәте), авиацияға (Авиацияға булышлыҡ итеү ирекле йәмғиәте) һәм Хәрби‑диңгеҙ флотына (Флотҡа булышлыҡ итеү ирекле йәмғиәте) булышлыҡ итеү ирекле йәмғиәттәренең берләшеүе һөҙөмтәһендә 1951 й. башлап БАССР ДОСААФ‑ы; 1991 й. — РОСТО Башҡ‑н респ. йәмәғәт ойошмаһы, 2003 й. — РОСТО (ДОСААФ), 2010 й. алып хәҙ. исемен һәм статусын йөрөтә. Эшмәкәрлегенең төп йүнәлештәре: граждандарға хәрби‑патриотик тәрбиә биреү, авиация, техник һәм хәрби‑ғәмәли спорт төрҙәрен, йәштәрҙең техник ижадҡа ынтылышын үҫтереү, граждандарҙы хәрби‑иҫәп һөнәрҙәре б‑са әҙерләү һ.б. Төбәк бүлексәһе составында 52 урындағы ойошма, 3 авиация‑техник спорт клубы, 11 автомобиль мәктәбе, 18 хәрби‑патриотик клуб, 654 беренсел ойошма, 9 меңдән ашыу ағзаһы бар; 19 спорт төрө үҫтерелә (2012). Халыҡ‑ара ярыштарҙа тәрбиәләнеүселәр А.Ә.Бикмәтов, В.Г.Вишкин, Н.Ҡ.Ғәлиәкбәров, В.В.Давыдов, С.Е.Журавлёва, Н.К.Корнев, А.Г.Корпачёв, Ғ.Ф.Ҡадиров, Р.П.Мостафин, Н.Ғ.Мөҙәрисова, А.Т.Мәсәлимов, И.А.Плеханов, Б.А.Самородов, И.А.Соколов, М.Л.Старостин, В.П.Чапало, Ф.В.Шәйнуров һ.б. юғары спорт ҡаҙаныштарына ирешә. Йәмғиәт м‑н М.Ғ.Гәрәев, Ш.Х.Миңлеғолов һ.б. эшмәкәрлеге бәйле.

Ш.Н.Иҫәнғолов

Тәрж. М.Н.Моратшина