СПОРТ МӘКТӘБЕ №22. Өфөлә урынлашҡан. 1989 й. 22‑се балалар һәм үҫмерҙәр спорт мәктәбе булараҡ ойошторола. Бокс, дзюдо, кикбоксинг, пауэрлифтинг, тхэквондо, ушу бүлектәре эшләй. Мәктәптә 800‑ҙән ашыу уҡыусы шөғөлләнә, 17 уҡытыусы‑тренер эшләй (2008). Көрәш (19х5,5; 17х5,5; 18х6; 16х5 һәм 24х12 м), атлетик гимнастика (15х5,5 м) һәм аэробика (17х5,5 м) залдары бар. Тәрбиәләнеүселәре араһында Д.Р.Йосопов, Д.Р.Йыһангирова, ш. уҡ 20‑нән ашыу Рәсәй спорт мастеры. Мәктәп м‑н М.М.Кәбиров һ.б. эшмәкәрлеге бәйле.

Л.Х.Сәйетйәғәфәрова

Тәрж. Ғ.Р.Бердина

Яндекс.Метрика