РОДНИКИ, Д е н и с у т а р ы, Бәләбәй р‑нындағы ауыл, Малиновка а/с ҡарай. Район үҙәгенән К.‑Көнб. 8 км һәм Аксаков т. юл ст. Т.‑Көнб. табан 14 км алыҫлыҡта урынлашҡан. Халҡы: 1939 й. — 187 кеше; 1959 — 137; 1989 — 202; 2002 — 262; 2010 — 259 кеше. Урыҫтар йәшәй (2002). Фельдшер‑акушерлыҡ пункты бар.

Ауылға 20 б. башында Бәләбәй өйәҙендә Денис утары булараҡ нигеҙ һалына. 1920 й. Р. ширҡәте булараҡ теркәлгән. 1925 й. 13 йорт иҫәпкә алынған. 30‑сы йй. башында хәҙ. статусын ала.

Т.И.Әминев

Тәрж. Р.Ғ.Ғилманов

 

Текст на русском языке

     © ГАУН РБ“Башкирская энциклопедия”, 2018             Все права на материалы, находящиеся на сайте http://башкирская-энциклопедия.рф, охраняются в соответствии с законодательством РФ, в том числе об авторском праве и смежных правах.