СПОРТ МӘКТӘБЕ №8. Өфөлә урынлашҡан. 1977 й. 8‑се балалар һәм үҫмерҙәр спорт мәктәбе булараҡ ойошторола. Акробатика, бокс, кикбоксинг, тай боксы, тхэквондо бүлектәре бар. Мәктәптә 450‑нән ашыу уҡыусы шөғөлләнә, 18 тренер‑уҡытыусы эшләй (2008). Тәрбиәләнеүселәре араһында А.М.Вәхитов, М.В.Дурнева, Ф.Р.Имашев, Т.Т.Йосопов, К.Л.Москвин, М.В.Попов. Мәктәп м‑н М.М.Ғәбдрәхимов, М.А.Шәмиғолов һ.б. эшмәкәрлеге бәйле.

Е.Б.Домахина

Тәрж. Ғ.Р.Бирҙина

     © ГАУН РБ“Башкирская энциклопедия”, 2018             Все права на материалы, находящиеся на сайте http://башкирская-энциклопедия.рф, охраняются в соответствии с законодательством РФ, в том числе об авторском праве и смежных правах.