АСҠЫН ЗАКАЗНИГЫ. 1963 й. хайуандарҙың һирәк төрҙәре популяцияларын, һунар йәнлектәрен тергеҙеү маҡсатында зоол. заказник булараҡ ойошторола. Асҡын р‑ны Ҡашҡа а. төньяҡ-көнсығышҡа табан 10 км алыҫлыҡта Өфө й. уң ярында урынлашҡан. Майҙаны 16,6 мең га, терр‑яның 80%‑ын урман ҡаплаған. Рельефы Сарыс й. һәм уның ҡушылдығы Көнгәк й. үҙәндәре м‑н йырғыланған яҫылыҡтан ғибәрәт. Карст үҫешкән. Миләш, әлморон, муйыл, айыу баланынан торған ваҡ ағаслыҡтары булған икенсел ҡайын‑уҫаҡ, йүкә һәм төп ҡарағас-ҡарағай урмандары таралған. Терр‑яһында үҫемлектәрҙең БР‑ҙың Ҡыҙыл китабына индерелгән һирәк төрҙәре үҫә: ҡуйы ҡыҙыл баҙыҡай, себер зигаденусы, таплы кәкүк ситеге, урал зыягөлө һ.б. Америка шәшкеһе, бүре, мышы, һеләүһен, һоро айыу, һыуһар, ябай төлкө, ябай һуҡыр сысҡан, ала күгәрсен, бүҙәнә, ҡор, сел, һуйыр һ.б. йәшәй. Заказникта БР‑ҙың Ҡыҙыл китабына индерелгән ҡама, ҡушы өйрәк, һоро ағуна, боған, үлән тәлмәрйене, европа бәрҙеһе һ.б. осрай.

Ф.Ф.Абдуллин, Л.А.Едрёнкина

Тәрж. Г.Һ.Ризуанова

Текст на русском языке