РОДИНА, Ғафури р‑нындағы ауыл, Табын а/с ҡарай. Район үҙәгенән Т.‑Көнб. 8 км һәм Аҡкүл т. юл ст. К.‑Көнс. табан 21 км алыҫлыҡта Тоҙйылға й. буйында урынлашҡан. Халҡы: 1959 й. — 557 кеше; 1989 — 579; 2002 — 794; 2010 — 703 кеше. Урыҫтар, башҡорттар йәшәй (2002). Р. — «“Родина” агрофирмаһы» пр‑тиеһының үҙәк усадьбаһы. Төп мәктәп, балалар баҡсаһы, фельдшер‑акушерлыҡ пункты, клуб бар. Ауылға 20 б. 40‑сы йй. 7‑се совхоздың ҡасабаһы булараҡ нигеҙ һалына. 1959 й. хәҙ. исемен йөрөтә, 2005 й. хәҙ. статусын ала.

Тәрж. Р.Ғ.Ғилманов

 

Текст на русском языке

     © ГАУН РБ“Башкирская энциклопедия”, 2018             Все права на материалы, находящиеся на сайте http://башкирская-энциклопедия.рф, охраняются в соответствии с законодательством РФ, в том числе об авторском праве и смежных правах.