РӘХМӘТУЛЛИН Сафиулла Рәхмәтулла улы [1845, Өфө губ. Бәләбәй өйәҙе Ҡоръятмаҫ а. (БР‑ҙың Дәүләкән р‑ны) — 1921, шунда уҡ], шағир. Тыуған ауылындағы мәҙрәсәне, Ҡарғалы мәҙрәсәләренең береһен тамамлаған. Төрлө һөнәр м‑н шөғөлләнә. Революция (1905—07) барышында эшселәрҙең забастовкаһында ҡатнашҡаны өсөн 10 йылға иркенән мәхрүм ителә. “Башҡорттарым, ҡуҙғалайыҡ!” хитабы халыҡты батша власын ҡолатыу, азатлыҡ һәм ер өсөн әүҙем көрәшкә берләшергә саҡырыу ораны булып тора. Төрмәлә яҙылған шиғырҙары оптимизм, яҡты киләсәккә ышаныс м‑н һуғарылған. Әҫәрҙәре ТТӘИ‑нең Ғ.Б.Хөсәйенов ис. ғәрәп графикалы ҡулъяҙмалар һәм иҫке баҫма китаптар фондында һаҡлана (1974 й. Р. улы тарафынан тапшырыла).

Әҙәб.: Ә х м ә ҙ и е в В.И. 1905—1907 йылдарҙағы революцион поэзия //Башҡорт әҙәбиәтендә жанрҙар системаһы. Өфө, 1980; Башҡорт әҙәбиәте. ХХ быуат башы. 1‑се кит. Поэзия. Өфө, 1983.

М.Х.Нәҙерғолов

Тәрж. Р.Ә.Сиражитдинов