РӘХМӘТУЛЛА (Рәхмәтуллин) Салауат Ибраһим улы (1.2.1942, БАССР‑ҙың Ауырғазы р‑ны Солтанморат а.), шағир. Яҙыусылар союзы ағзаһы (1993). Стәрлетамаҡ пед. ин‑тын тамамлағандан һуң (1965) мәғариф системаһында, мәҙәниәт учреждениеларында эшләй; 1998—2002 йй. “Ашҡаҙар” гәз. хеҙм‑ре. “Әйтелмәгән әйтер һүҙҙәрем” исемле тәүге шиғырҙар йыйынтығы 1978 й. сыға. “Әгәр йылғалар кирегә аҡһа” (2001; татар телендә) шиғри йыйынтығы, балалар өсөн яҙылған “Ямғыр, яу, яу” (1981), “Быйыл мәктәпкә барам” (1990), “Ни өсөн ҡуяндың ҡойроғо ҡыҫҡа?” (1995; татар телендә) һ.б. китаптар авторы. Р. әҫәрҙәре урыҫ, сыуаш телдәренә тәржемә ителгән. А.А.Ахматова, С.А.Есенин, Р.В.Паль, А.С.Савельев‑САС, А.П.Филиппов һ.б. әҫәрҙәрен башҡ. теленә тәржемә иткән. Х.Ғиләжев (1999), Ғәлимйән Ғ.Ибраһимов (2002), Илдар Юзиев (2005), Ғәли Ғ.Ибраһимов (2009) ис. пр. лауреаты.

Ә ҫ ә р ҙ.: Күперҙәр: шиғырҙар. Өфө, 1985; Шиғриәт дәресе: шиғри әҫәр, шиғырҙар. Өфө, 2014; Сандугачым, әйт үҙемә… Казан, 2014.

Тәрж. Р.Ә.Сиражитдинов

     © ГАУН РБ“Башкирская энциклопедия”, 2018             Все права на материалы, находящиеся на сайте http://башкирская-энциклопедия.рф, охраняются в соответствии с законодательством РФ, в том числе об авторском праве и смежных правах.