РӘХМӘТ, Әбйәлил р‑нындағы ауыл, Байым а/с ҡарай. Район үҙәгенән Т.‑Көнс. 79 км һәм Ташбулат т. юл ст. Т.‑Көнс. табан 12 км алыҫлыҡта урынлашҡан. Халҡы: 1900 й. — 274 кеше; 1920 — 368; 1939 — 227; 1959 — 252; 1989 — 273; 2002 — 353 кеше. Башҡорттар йәшәй. Урта мәктәп, фельдшер-акушерлыҡ пункты, клуб бар.

Ауылға 18 б. 2‑се ярт. Нуғай даруғаһы Күбәләк улусы башҡорттары үҙ ерҙәрендә нигеҙ һала. Улус старшинаһы Рәхмәтулла Мәҡсүтовтың исеме м‑н аталған, тип фараз ителә. 1795 й. 12 йортта 104 кеше йәшәгән, 1866 й. 41 йортта — 331 кеше. Малс‑ҡ, игенселек м‑н шөғөлләнгәндәр. Мәсет булған. 6‑сы башҡ. кантонының үҙәге булған (1858). Риүәйәт б‑са, “Ғүмәров” йырының исеме ошо ауыл кешеһе Ғәлиәкбәр Ғүмәровтың исеменә бәйле. Ҡ.Б.Мәғәфүров, Ф.Ғ.Хисамитдинова ошо ауылда тыуған.

Тәрж. Р.Ғ.Ғилманов

     © ГАУН РБ“Башкирская энциклопедия”, 2018             Все права на материалы, находящиеся на сайте http://башкирская-энциклопедия.рф, охраняются в соответствии с законодательством РФ, в том числе об авторском праве и смежных правах.