РӘХИМҠОЛОВ Морат Ғәлим улы (30.4.1925, Өфө — 4.5.2015, шунда уҡ), әҙәбиәт белгесе. БАССР‑ҙың атҡ. фән эшмәкәре (1985), СССР юғары мәктәбе отличнигы (1982). Филол. ф. канд. (1967). Яҙыусылар союзы ағзаһы (1979). К.А.Тимирязев ис. Башҡ. пед. ин‑тын тамамлаған (1955). 1945—50 йй. БАДТ‑ла реж. ярҙамсыһы, актёр, 1955 й. алып 1‑се Саҡмағош урта мәктәбе уҡытыусыһы, 1957 й. — ТТӘИ хеҙм‑ре, 1968—87 йй. БДУ‑ла уҡыта. Фәнни тикшеренеүҙәренең төп темаһы — 19—20 бб. Башҡортостан урыҫ әҙәбиәтендә, әҙәбиәт ғилеме б‑са тыуған яҡты өйрәнеү. “Дуҫлыҡ биттәре” (“Страницы дружбы”; 1972), “Халыҡ аҡылы шишмәһе” (“Народной мудрости родник”; 1988) хеҙмәттәрендә башҡ. фольклоры һәм уның урыҫ яҙыусылары ижадындағы мотивтарының идея‑эстетик функциялары тикшерелә. “Мөхәббәтем минең — Башҡортостан” (“Любовь моя — Башкирия”; 1985), “Сәскә атыусы, бәрәкәтле ер” (“Цветущий край, благословенный”; 1979), “Башҡортостан менән осрашыу. Пушкиндан Чеховҡа тиклем” (“Встречи с Башкирией. От Пушкина до Чехова”; 1982) һ.б. очерктар китаптары урыҫ яҙыусыларының Башҡортостан м‑н ижади бәйләнештәренә арналған. “Салауатты данлаусылар” (“Воспевшие Салавата: образ батыра в русской литературе”, 1994; башҡортса 2003) китабына Салауат Юлаев хаҡында әһәмиәтле әҫәрҙәр ижад иткән яҙыусылар т‑да художестволы очерктары ингән. М.Ғафури, М.Кәрим, С.Ҡудаш, К.Мәргән, Р.Ниғмәти һ.б. ижады т‑да мәҡәләләр; 200‑ҙән ашыу фәнни хеҙмәт авторы. “Башҡортостан урыҫ әҙәбиәтендә” (“Башкирия в русской литературе”; 5 томда, 1961—1968; 2‑се баҫмаһы 6 томда, 1989—2004, 4—6 тт. С.Ғ.Сафуанов м‑н берлектә) антологияһының һ.б. фәнни аппаратын төҙөүсеһе һәм авторы. “Башҡорт халыҡ ижады” китабына ингән байтаҡ башҡ. әкиәттәрен урыҫ теленә тәржемә иткән. БДУ‑ның “Һуҡмаҡ” әҙәби берекмәһе етәксеһе (1968—87). В.П.Бирюков ис. (1975), С.Злобин ис. (1996) пр. лауреаты.

Х е ҙ м.: Зигзаги жизни: воспоминания. Уфа, 1997; От Пушкина до Толстого. Ч.1. XIX век. Уфа, 2009; От Горького до наших дней. Ч.2. XX век. Уфа, 2013.

С.Ғ.Сафуанов

Тәрж. Р.Ә.Сиражитдинов

     © ГАУН РБ“Башкирская энциклопедия”, 2018             Все права на материалы, находящиеся на сайте http://башкирская-энциклопедия.рф, охраняются в соответствии с законодательством РФ, в том числе об авторском праве и смежных правах.