РӘФӘНДЕ, Мишкә р‑нындағы ауыл, Яңы Троицкий а/с ҡарай. Район үҙәгенән Т.‑Көнс. 25 км һәм Загородная т. юл ст. Т. табан 144 км алыҫлыҡта Бөрө й. буйында урынлашҡан. Халҡы: 1906 й. — 521 кеше; 1920 — 469; 1939 — 347; 1959 — 331; 1989 — 313; 2002 — 272 кеше. Мариҙар йәшәй. Халҡы “Байдуғанов” крәҫтиән (фермер) хужалығында эшләй. Фельдшер-акушерлыҡ пункты бар.

Ауылға 1673 й. керҙәшлек килешеүе б‑са Себер даруғаһы Танып улусы башҡорттарының аҫаба ерҙәрендә мариҙар нигеҙ һала. 1865 й. 63 йортта 357 кеше йәшәгән. Игенселек, малс‑ҡ, умарт‑ҡ м‑н шөғөлләнгәндәр. 1906 й. пар тирмәне, бакалея кибете теркәлгән.

Тәрж. Р.Ғ.Ғилманов