РӘТАМАҠ, Йәрмәкәй р‑нындағы ауыл, Рәтамаҡ а/с үҙәге. Район үҙәгенән Көнб. 12 км һәм Приют т. юл ст. Т.‑Көнб. табан 42 км алыҫлыҡта Мордва Сүллеһе һәм Рә йй. (Кама й. басс.) буйында урынлашҡан. Халҡы: 1906 й. — 1668 кеше; 1920 — 2152; 1939 — 1824, 1959 — 1407; 1989 — 1016; 2002 — 824; 2010 — 776 кеше. Башҡорттар йәшәй (2002). Урта мәктәп, балалар баҡсаһы, фельдшер‑акушерлыҡ пункты, мәҙәниәт йорто, китапхана, мәсет бар. Ауылға Ҡазан даруғаһы Ҡыр‑Йылан улусы башҡорттары үҙ ерҙәрендә нигеҙ һалған, 1737 й. алып билдәле. 1752 й., 1763 й. керҙәшлек килешеүҙәре б‑са бында типтәрҙәр, 1806 й. ш. уҡ шарттарҙа хеҙмәтле татарҙар (улар һуңынан типтәрҙәр ҡатламына күскән) килеп ултырған. Исеме гидронимдан алынған. 1795 й. 22 йортта 153 кеше йәшәгән, 1865 й. 136 йортта — 854 кеше. Малс‑ҡ, игенселек, умарт‑ҡ м‑н шөғөлләнгәндәр. Мәсет, училище булған. 1906 й. 2 мәсет, урыҫ‑башҡ. училищеһы, бакалея кибете, мөгәзәй теркәлгән. 1920 й. 2 ауыл булараҡ иҫәпкә алынған (беренсеһендә 1563 кеше йәшәгән, икенсеһендә — 589 кеше; 1939 й. ошоға ярашлы 1232 һәм 592 кеше), 50‑се йй. башынан улар бергә теркәлгән. Ф.С.Ғарифуллин ошо ауылда тыуған.

Т.И.Әминев

Тәрж. Р.Ғ.Ғилманов

Все права на материалы сайта охраняются в соответствии с законодательством РФ, в том числе об авторском праве и смежных правах.

ГАУН РБ “Башкирская энциклопедия” © 2015—2018