РӘСМӘКӘЙ, Иглин р‑нындағы ауыл, Майский а/с ҡарай. Район үҙәгенән Көнс. 63 км һәм Оло Теләк т. юл ст. К.‑Көнс. табан 12 км алыҫлыҡта Эҫем й. буйында урынлашҡан. Халҡы: 1920 й. — 655 кеше; 1939 — 613; 1959 — 375; 1989 — 173; 2002 — 114; 2010 — 118 кеше. Башҡорттар йәшәй (2002). Клуб, китапхана бар.

Ауылға 20 б. башында Өфө өйәҙендә ш. уҡ өйәҙҙең Рәсмәкәй а. (хәҙ. Кушнаренко р‑ны) кешеләре нигеҙ һала. Шулай уҡ Юрьев исеме м‑н теркәлгән.

Тәрж. Р.Ғ.Ғилманов