РӘСМӘКӘЙ, Кушнаренко р‑нындағы ауыл, Рәсмәкәй а/с ҡарай. Район үҙәгенән К.‑Көнб. 22 км һәм Өфө т. юл ст. Т.‑Көнб. табан 80 км алыҫлыҡта Сәрмәсән й. буйында урынлашҡан. Халҡы: 1906 й. — 1147 кеше; 1920 — 1198; 1939 — 850; 1959 — 475; 1989 — 268; 2002 — 236; 2010 — 224 кеше. Башҡорттар, татарҙар йәшәй (2002). Башланғыс мәктәп (Иҫке Ҡормаш мәктәбе филиалы), фельдшер-акушерлыҡ пункты, мәҙәниәт йорто, китапхана, мәсет бар.

Ауылға Ҡазан даруғаһы Дыуанай улусы башҡорттары үҙ ерҙәрендә нигеҙ һалған, 1714 й. алып билдәле. Тәүге төпләнеүсе Рәсмәкәй Баҡаев исеме м‑н аталған. Шулай уҡ Рыҫмәкәй, Урыҫмәкәй исемдәре м‑н теркәлгән. 1722 й. керҙәшлек килешеүе б‑са бында мишәрҙәр, 18 б. уртаһында яһаҡлы татарҙар (улар һуңынан типтәрҙәр ҡатламына күскән) килеп ултырған. 1865 й. 38 йортта 631 кеше йәшәгән. Игенселек, малс‑ҡ м‑н шөғөлләнгәндәр. 1906 й. 2 мәсет, 3 бакалея кибете, мөгәзәй теркәлгән. М.М.Шәмсетдинов ошо ауылда тыуған.

Тәрж. Р.Ғ.Ғилманов