РӘСИХ (Рәсүлев) Атилла Ҡадир улы (16.9.1915, Истамбул — 9.5.1996, Ҡазан), яҙыусы. З.Х.Рәсүлевтың ейәне. “Минең дуҫым Мансур” (1955), “Ҡыйыуҙар юлы” (1972), “Һынау” (1981) романдары, “Бәхет орлоҡтары” (1948), “Урланған хазина” (1961; бөтәһе лә — татар телендә) һ.б. повестар авторы. “Ямашев(1968—84) трилогияһында һәм “Ишан ейәне” (1988—96; икеһе лә — татар телендә) автобиографик трилогияһында башҡ. темаһы сағылыш тапҡан. ТАССР‑ҙың Ғ.Туҡай ис. Дәүләт пр. лауреаты (1982).

С.Ғ.Сафуанов

Тәрж. Р.Ә.Сиражитдинов

Все права на материалы сайта охраняются в соответствии с законодательством РФ, в том числе об авторском праве и смежных правах.

ГАУН РБ “Башкирская энциклопедия” © 2015—2018