РӘМИЕВ Сәғит Лотфулла улы [12.2. 1880, Ырымбур губ. ш. уҡ исемле өйәҙе Ибрай а. (БР‑ҙың Күгәрсен р‑ны) — 17.3. (башҡа мәғлүмәттәр б‑са, 16.3.) 1926, Өфө], шағир. “Хөсәйениә” мәҙрәсәһен тамамлағандан һуң (1902) 1905 й. тиклем шунда уҡ уҡыта. 1906 й. алып “Тан йолдызы” (“Таң йондоҙо”), “Баянельхак” (“Хәҡиҡәтте төшөндөрөү”), “Ҡазан мөхбире” (“Ҡазан хәбәрсеһе”) гәз. хеҙм‑ре (бөтәһе лә — Ҡазан), 1910 й. — “Идель” (“Иҙел”) гәз. мөхәррире (Әстерхан ҡ.); 1914—17 йй. “Ауыл көнкүреше” ж. тәржемәсеһе. 1919 й. Ырымбур губ. Верхнеурал өйәҙе Магнит станицаһының халыҡ мәғарифы бүлеге мөдире; 1920 й. РКП(б) Верхнеурал ҡала ком‑тының мосолман секцияһында, 1921 й. алып милли мәсьәләләр б‑са Силәбе губерна бүлегендә, “Кызыл Урал” (“Ҡыҙыл Урал”) гәз. эшләй, пед. техникумында (икеһе лә — Силәбе ҡ.) уҡыта. 1922—26 йй. БАССР‑ҙың Игенселек ХК‑нда нәшриәт бүлеге мөдире. 1906 й. әҫәрҙәре баҫыла башлай. Шағирҙың тәүге әҫәрҙәре (“Уҡыу”, “Төш”, “Ҡатын-ҡыҙҙар йыһаны” һ.б.; бөтәһе лә — татар телендә) мәғрифәтселек характерында яҙылған. Р. 1910 йй. шиғриәтендә индивидуалистик мотивтар өҫтөнлөк итә (“Мин”, “Донъяға”, “Алдандым” һ.б.; бөтәһе лә — татар телендә). “Сәғит Рәмиев шиғырҙары” (1918) китабы, “Азатлыҡ мессияһы” (20‑се йй.) поэмаһы, “Йәшә, Зөбәйҙә, мин дә йәшәрмен”, “Өлгөлө мәҙрәсә” (икеһе лә — 1908; бөтәһе лә — татар телендә) пьесалары авторы. Академүҙәк, Яңы башҡорт алфавиты комитеты эргәһендәге Орфографик комиссия составында эшләй, ғәрәп яҙмаһы һәм латиница нигеҙендә яҙыу өсөн башҡ. алфавиты һәм орфографияһы проектын төҙөй (1924). Өфөлә Р. йәшәгән йортҡа мемориаль таҡтаташ ҡуйылған (1980).

Ә ҫ ә р ҙ.: Сайланма әсәрләр: шигырьләр, хикәяләр, пьесалар. Казан, 1962; Таң ваҡыты: шигырьләр, хикәяләр, сәхнә әсәрләре, публицистика. Казан, 1980.

Әҙәб.: С а ф у а н о в С. Рухи күперләр. Уфа, 2006.

С.Ғ.Сафуанов

Тәрж. Р.Ә.Сиражитдинов

Все права на материалы сайта охраняются в соответствии с законодательством РФ, в том числе об авторском праве и смежных правах.

ГАУН РБ “Башкирская энциклопедия” © 2015—2018